Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 20:25

Иҫке Яңы йыл ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Иҫке Яңы йыл менән, дуҫтар!

Күп ваҡыт сит илдә йәшәүселәрҙе Рәсәй халҡының байрамдарҙы нисек уҙғарыуы ҡыҙыҡһындыра һәм беҙҙәге төрлө йолаларға аптырап ҡарайҙар улар.
Беренсеһе, ҡунаҡтың тоҡсай тултырып күстәнәс менән килеүе. Әҙер, һыйлы өҫтә янына килгәндә, был мәшәҡәт ниңә кәрәк икән, тиҙәр.
Икенсеһе, сит илдә, бигерәк тә, Көнбайышта килгән кешене залға сығарып һыйлау мотлаҡ. Ә беҙҙә ысын күңелдән ихлас һөйләшеп ултырыр өсөн ҡыҫынҡы ғына аш-һыу бүлмәбеҙҙә етә!
Өсөнсөһө, ҡунаҡтарҙа ата-әсәйҙәребеҙҙең дә, балаларҙың да бер өҫтәл артына ултырып һыйланыуҙарына иҫтәре китә. Сөнки Көнбайышта өлкәнәйгән яҡындары менән байрам итеү түгел, көстәре бөтә башлап, ярҙамға мохтаж була башлаһалар, тиҙерәк ҡотолоу сараһын күреп, “Ҡарттар йорто”на тапшыра һалалар. Шулай уҡ, бәләкәстәргә лә професииональ бала ҡараусы тәғәйенләнә.
Дүртенсеһе, 13 ғинуарҙа уҙғарылған Иҫке Яңы йыл. Был ҡайҙан, ҡасан килеп сыҡҡандыр, тота һалып Рәсәйҙә йәшәүселәр ҙә әйтә алмаҫ. Әммә тағы ла бер тапҡыр күңел асыуҙан берәү ҙә баш тартмай.
Читайте нас: