Өфөлә йәшәүсе 36 йәшлектә ҡатын, бәлиғ булмаған балаларға матди ярҙам күрһәтмәгәне өсөн, хөкөм алдында яуап бирәсәк. 2011, 2016 йылда ла ошо эш менән тәртип һаҡсыларынан киҫәтеү алған булған. Әммә ҡолағына
элмәгән. Һөҙөмтәлә, өс бәлиғ булмаған балаларына алименты 180 мең самаһы бурысы йыйылған. Тиҙ арала түләмәгән осраҡта бер йылға төрмәгә ултыртыуҙары мөмкин.