Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 11:38

Сит ерҙә солтан булғансы...

Үҙ еребеҙҙә лә эш бар ул.

Күптәр бәхет эҙләп ҡырыҫ Себер яҡтарына юллана. Туймазы районының Ғәфүр ауылынан Гөлнара менән Руслан Ураҙмәтовтар ҙа бығаса Себерҙә тир түгә. Бер заман йәштәр тыуған яғына ҡайтып, фермер хужалығын ойоштора. Улар Себер аҡсаһына йорттарын тәртипкә килтерә, теплица төҙөй. Хужалыҡ өсөн техника һатып ала. Хәҙер Ураҙмәтовтар 700-ҙән ашыу ҡаҙ, 40-лаған баш тоҡомло үгеҙ аҫрай. Былтыр ярты гектар ерҙә ер еләге үҫтергәндәр. Ураҙмәтовтар ҙур маҡсаттар менән йәшәй. "Етеш йәшәү өсөн алыҫ Себерҙә өшөп-туңып йөрөү кәрәкмәй. Бәхетте үҙ ереңдә лә табырға мөмкин. Бының өсөн теләк һәм дәрт, маҡсат булыуы мөһим", - ти Туймазы уңғандары.


Читайте нас: