Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 01:40

Тоннель төҙөләсәк!

Бынан 13 йыл элек туҡталып ҡалған төҙөлөш йәнләнде.

Башҡортостан Хөкүмәте менән Башҡортостан концессия компанияһы араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә былтыр 27 ғинуарҙа республика Башлығы Радий Хәбиров тоннелдә ҡаҙыу эштәрен тергеҙгәйне. Мәғлүм булыуынса, был эш 2007 йылда туҡтап ҡалғайны.

Проектта Өфөнән көнсығыш яҡлап федераль әһәмиәттәге М-5 трассаһына сыға торған төбәк әһәмиәтендәге яңы юл һалыу ҡарала. Төҙөлөш срогы – дүрт йыл, йүнәлтеләсәк инвестицияларҙың дөйөм күләме – 34 миллиард һум. Килешеүгә шулай уҡ тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер, ошо күперҙән М-5 “Урал” трассаһына тиклемге юл инә.

Әле тоннелдә ҡаҙыу, свай ҡағыу, нығытыу, гидроизоляциялау, күпер таяуҙары өсөн быраулап свай ҡағыу эштәре бара. Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын подрядсы 2023 йылда файҙаланыуға тапшырырға тейеш.

Читайте нас: