+6 °С
Болотло
«Туғанына ҡунаҡҡа килгән ир иҫерткес эсемлектәр ҡулланған. Мәжлес ваҡытында йорт хужалары һәм ҡунаҡ араһында ыҙғыш сыҡҡан. Ҡатын ҡунаҡтың муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, һуңғыһы урында йән биргән», — тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Бер нисә көндән хужа туғанының мәйетен бер нисә өлөшкә бүлгән, ләкин унан ҡотолоп өлгөрмәгән, сөнки өйгә полицейскийҙар килеп ингән. Үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатын Тәфтиш изоляторына ебәрелгән. Уның өйҙәш ире әле иректә, енәйәтте йәшереү осрағы буйынса ҡарар сығарыуҙарын көтә.