Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 00:46

Хыялдар тормошҡа аша ул!

Яҡын көндәрҙә акцияның башҡа ҡатнашыусылары ла бүләктәр аласаҡ.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Теләктәр шыршыһы" акцияһында ҡатнашыусы Рәмил Ғирфановҡа ул хыялланған сноуборд һәм ботинкалар бүләк итте.

Рәмилгә 17 йәш, ул Өфәлә коррекцион мәктәптә уҡый. Икенсе йыл сноубординг менән шөғөлләнә. Әле ярыштарға әҙерләнә. Февралдә Ҡазанға ярыштарға барасаҡ. Сәләмәтлеге менән проблемалары булыуға ҡарамаҫтан, ул позитив кәйефтә, киләсәккә матур пландар ҡора.

– Был акцияның йылдан-йыл масштаблыраҡ була барыуына ышанам, мин мөмкинлектәремә ярашлы рәүештә, киләсәктә лә унда ҙур теләк менән ҡатнашасаҡмын. Яңы йылдың ошо мәрхәмәтле сараһына кешеләр күберәк ҡушылған һайын яҡшыраҡ буласаҡ. Сөнки бәхетле балалар ғына йәмғиәттә яҡшы, матур, оптимистик мөхит булдыра ала, – тине Андрей Назаров.

Яҡын көндәрҙә акцияның башҡа ҡатнашыусылары ла бүләктәр аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ярҙамы менән йәтим, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатынан ойошторолдо
Читайте нас: