Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 13:39

Үҫмерҙәрҙе педофилдан яҡлашам тип

Ул ирҙе үлтереүҙә ғәйепләнә.

Бөгөн Өфөлә педофилды туҡмап үлтергән Владимир Санкинға хөкөм ҡарары сығарылды.
Ул "яуыз ниәт менән һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, шул сәбәпле үлемгә дусар итеү"ҙә ғәйепле тип танылды. Суд ирҙе 8 йылға ҡаты режимлы төрмәгә оҙатты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Санкин юлында ике үҫмергә бәйләнгән ирҙе осрата ла уны типкесләп, ағас таяҡ менән туҡмай башлай. Һөҙөмтәлә ул ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк була.
Санкин әйтеүенсә, ул балаларҙы яҡлаған һәм ҡаршы торған. Прокурор был версияны кире ҡаҡты.
Читайте нас: