Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 17:20

Утыҙ градуслы һыуыҡта балаһын “онотоп” ҡалдырған...

Йәш ярымлыҡ бала һарайҙа ҡунһа ла, тере ҡалған.

Башҡа һыймаҫлыҡ был ҡурҡыныс хәл Татарстанда була. Егерме ике йәшлек ике балалы ҡатын әсәһенең өйҙәш торған ир менән көндөҙ төшөрөп алғас, йылынып китәләр. Өйҙө елләтеп алмаҡсы булып, ҡыҙып алған ҡатын йорттоң тәҙрәләрен асып дүрт йәшлек улын һәм йәш ярымлыҡ ҡыҙын алып һарайға сығып тора. Малай туңа башлағас, әсәһенә инәлеп өйгә индереүен һорай. Улын алып керә лә ул, ә бына ҡыҙын “онота”. Иртәнсәк төнгө сменан эштән ҡайтҡан әсәһе ейәнсәрен һарайҙан табып ала.
Утыҙ градуслы һыуыҡта сабыйҙың тәне өлөшләтә туңһа ла, ул тере ҡала. Әсәй исемен күтәреп йөрөткән әҙәм аҡтығын ҡулға алғандар. Ҡыҙсыҡ, ауыр хәлдә, дауаханаға оҙатылған.
Читайте нас: