Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 00:09

Башҡортостанда заманса элеватор төҙөләсәк

Ул 27 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.


14 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе, унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы проекттар ҡаралды.
«Звезда» компанияһы генераль директоры Роман Жолобов Өфөлә яғыулыҡ станцияһы төҙөү, шул иҫәптән электромобилдәрҙе зарядкалау пункты булған автосервис комплексы төҙөү ниәте тураһында һөйләне. Хәҙер инвестор бизнес-план формалаштырған һәм объектты урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ тапҡан, унда шулай уҡ кафе һәм магазин асасаҡ. Яңы проект юл буйы сервисы өлкәһендә 27 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Керемдәрҙең дөйөм күләме - 128,8 миллион һум.
Ярҙам саралары инвестор сифатында инженер һәм транспорт инфраструктураһын булдырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялаясаҡ. Өфө ҡалаһы хакимиәте ер участкаһы биреүҙә ярҙам итәсәк.
50 мең тоннаға иҫәпләнгән элеватор өсөн Стәрлетамаҡ районында ер участкаһы алынған, уны 2022 йыл аҙағына эшләтеп ебәрергә планлаштыралар.

Читайте нас: