Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 08:05

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Заманлаштырылған китапханалар киләсәктә китап уҡыусыларҙың һанын арттырыуға булышлыҡ итер...

Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, тынлыҡты һәм китап уҡырға яратыусылар өсөн дә заманлаштырылған китапханалар кәрәк. Был, бигерәк тә, йәш быуынды китапҡа һөйөү тәрбиәләгәндә мөһим. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, республиканың төрлө район-ҡалаларында моделле китапханалар булдырыу көнүҙәк темаларҙың береһе һанала. Мәҫәлән, ағымдағы йылда Күгәрсен районының Мораҡ ауылында яңы форматтағы китапхана булдырыу өсөн иҫкеһенә капиталь ремонт яһала башланасаҡ. Уны асыу октябрь айына планлаштырылған.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: