Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 16:34

Мәскәүҙә «Ералаш» киножурналының художество етәксеһе Борис Грачевский вафат

Тотош дәүер китте.

21 декабрҙә ул COVID-19 йоҡторған, бер аҙнанан ул дауаханаға оҙатылған. Яңы йыл алдынан Грачевскийҙы ауыр хәлдә реанимацияға күсергәндәр.
Грачевский 1949 йылдың 18 мартында Мәскәүҙә тыуған. 1968 йылда Калининград механика техникумын тамамлаған. Горький исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр фильмдарының үҙәк киностудияһында өлкән администратор булып эшләгән. 1974 йылда драматург Александр Хмелик менән бергә «Ералаш» балалар юмористик киножурналын ойоштора. 1974-1984 йылдарҙа Грачевский – «Ералаш»тың директоры, 1984 йылдан ошо журналдың художество етәксеһе була. Шулай уҡ «Крыша» һәм «Между нот, или Тантрическая симфония» филмьдарының режиссеры булараҡ билдәле. Наградалары араһында – Почет һәм Дуҫлыҡ ордендары.
Читайте нас: