Петербургта ун өс йәшлек ике ҡыҙҙың әсәһе полицияғы шылтыратып ярҙам итеүҙәрен һорайҙар. Баҡһаң, ҡыҙҙар әсәләренә бәхилләшеү хаттары яҙғандар ҙа, ҡайҙалыр олаҡҡандар икән. Уларҙың әйтеүҙәренсә, был мәктәп уҡыусылары һуңғы ваҡытта ташландыҡ биналар араһында йөрөргә яратҡандар. Полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләү эштәрен ошо йүнәлештә алып баралар. Һәм яңылышмайҙар! Тик ике үҫмер урынынан өс ҡыҙ икәнлеге асыҡлана һәм суицидҡа тәүге аҙымдарын яһап өлгөргән дә булалар.