Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 19:30

Юғалып ҡалмаған

Яна, янғын ваҡытында юғалып ҡалмаҫҡа, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә өйрәнгән.

13 декабрҙә Учалыла ун алты йәшлек Яна исемле ҡыҙ ун бер йәшлек һеңлеһен һәм илле йәшлек ирҙе янғындан ҡотҡарған.
Ул көндө ҡыҙҙарҙың әсәләре эштә була. Илле йәшлек ир кеше махсус шыйыҡса ярҙамында мейескә ут яғып маташҡанда ялҡын сыға. Ирҙең ҡулдары бешә, кейемдәре һәм иҙән буйлап ялҡын телдәре йүгерә башлай. Янында дәрес әҙерләп ултырған ҡыҙ юғалып ҡалмай. Ут яғыусыға ярҙам итә лә, тотош йортто ялмап ала башлаған ҡыҙыл әтәстең юлын быуырға маташа. Үҙенең генә ҡулынан килмәҫен аңлағас, һеңлеһен тәҙрәнән алып сыҡҡандан һуң, ярҙам һорап күршеләренә йүгерә.
Яна, янғын ваҡытында юғалып ҡалмаҫҡа, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә өйрәнгән. Тәүге ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ һәм ваҡытында эшләүе ғаиләһен оло бәләнән ҡотҡарып алып ҡала ла инде.
Читайте нас: