Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2021, 22:20

ҺАУЛЫҠ, БАЙЛЫҠ, МӨХӘББӘТ...

Дуҫтар, ә һеҙ ҡайһыныһын һайлар инегеҙ?

Бер ваҡыт әсәһе, ҡатыны һәм бер ҡыҙы менән йәшәгән ирҙең йортоноң ишеген шаҡығандар. Ғаилә башлығы асҡан. Унда аҡ кейемдә өс аҡ һаҡаллы ҡарт торған. Юлаусылар үҙҙәрен Һаулыҡ, Байлыҡ, Мөхәббәт тип таныштырғандар һәм төнгөлөккә берәүһен ҡундырып сығарыуҙарын үтенгәндәр. Ир ҡайһыһын индерергә рөхсәт һорап кәңәшләшер өсөн өйөнә инеп өс гүзәл затҡа мөрәжәғәт иткән.
Оҙайлы ауырыуҙан һуң һаман да мандып китә алмаған әсәһе Һаулыҡты индер тигән. Бер ваҡытта ла аҡсаға туймаған ҡатынына Байлыҡтың ҡунып сығыуы мөһим булған. Һөйгән егете менән һүҙгә килешеп йөрөгән ҡыҙы Мөхәббәттең кереүен үтенеп һораған.
Шул ваҡыт өс гүзәл бер ҡарарға килә алмайынса әрләшә башлағандар. Өйҙә тауыш ҡупҡан. Һәр береһе үҙенекен тылҡыған. Ғаилә башлығы быларҙың сыр-сыу килеп әрепләшкәндәрен аптырап ҡарап торған да, үҙе бер фекергә килеп тышҡа сыҡҡан. Тик унда аҡһаҡалдарҙан елдәр иҫкән. Улар көткәндәр көткәндәр ҙә, өйгә саҡырыусы булмағас, юлдарын дауам иткәндәр, ти.
Читайте нас: