Киләһе аҙна башында керәшен һалҡындары башлана. 18, 19 ғинуарҙа төндә һауа температураһы -20 -25 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә, урыны менән -27 -32 градусҡа етеүе ихтимал, ти синоптиктар.
Әйткәндәй, бөгөн республикала буран сығыуы, юлдарҙа көрт һәм боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе көтөлә. Көслө ел урыны менән секундына 18 метрға етеүе ихтимал. Шуға ла бындай көндәрҙә юлда иғтибарлы булырға кәңәш ителә.