Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2021, 17:39

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында эшлекле сәфәрҙә булды

Хәҙер ышаныс менән әйтә алам, беҙ күп нимәгә ирештек.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында эшлекле сәфәрҙә булды.
"Октябрьский дауаханаһының хирургия корпусын һәм балалар поликлиникаһын тәртипкә килтереү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә, ремонттан тыш, төп бурысыбыҙ - республиканың көнбайыш ҡалаһының медицина учреждениеларын заманса йыһаздар менән тәьмин итеү ине. Шуныһы мөһим, беҙ халыҡҡа Өфөгә барып, сираттарҙа торорға түгел, ә үҙебеҙҙә юғары технологиялы ярҙам алыу мөмкинлеген бирҙек. Хәҙер ышаныс менән әйтә алам, беҙ күп нимәгә ирештек. Биналар ремонтланды, йыһаздар һатып алынды.Беҙ әле генә барыһын ла эшләп бөтөрмәнек,пландар билдәле һәм аңлайышлы - медицина үҫешенә бик ҙур аҡса һаласаҡбыҙ. Өҫтәүенә, Октябрьскийҙа дауахана ғына түгел, унда муниципаль үҙәк эшләй һәм ул Башҡортостандың көнбайыш райондарынан барлыҡ пациенттарҙы ҡабул итә ала", - тип яҙҙы Радий Фәрит улы "Бәйләнештә" селтәрендә.
Читайте нас: