Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2021, 18:27

Баймаҡта 2021 йылда «Башҡорт ихаталары» төҙөкләндереләсәк

Ҡаланы танымаҫһығыҙ ҙа әле!

Баймаҡта быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса күп фатирлы йорттары булған биш биләмә төҙөкләндереләсәк. 17 меңлек халҡы булған муниципаль берәмеккә 35,1 миллион һум аҡса бирелгән.
"Проекттарҙа йәшелләндереүгә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын тулыландырыуға ҙур иғтибар бирелде. Спорт йыһаздары һатып алынасаҡ, әүҙем команда уйындары өсөн майҙансыҡтар булдырылыуға айырым сикләнгән урындар ҡаралған. Проекттарҙа ихата юлдарын асфальт түшәү һәм ремонтлау, бордюрҙарҙы яңыртыу, өҫтәмә парковка урындарын булдырыу, яҡтыртыуҙы яңыртыу ҡаралған", - тип белдерәләр ҡала хакимиәтендә.
Читайте нас в