2019 йылдан Рәсәй закондарына „пенсия йәше алды“ төшөнсәһе индерелде. Был осраҡта граждандар өсөн ташламалар һәм социаль яҡлау саралары ҡаралған. Улар әлегәсә пенсия йәше еткәс бирелә ине. Был — түләүһеҙ дарыуҙар, транспортта ташламалы льгота менән йөрөү, капремонтҡа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн башҡа түләүҙәргә ташлама, мал-мөлкәт һәм ер өсөн һалымдан азат ителеү. Шулай уҡ йыл һайын уҙғарыла торған диспансеризация, эш менән мәшғүллектә өҫтәмә гарантиялар ҡаралған.