“Өләсәйемдең дә селтәре бар ине. Ул милли кейемдең төп элементы булып һанала. Ғөмүмән, милли кейемдәр – ул халыҡтың мәҙәни аңын күрһәтеп тороусы төп сифаттарҙың береһе һанала. Милли асылыбыҙға тап төшөрмәйек”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.