- Иртәгә атайымды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Мин уның улы булыуым менән ғорурланам. Әсәйем, атайым! Рәхмәт һеҙгә, һәр бер концертым, белгән доғаларым менән һеҙҙе данлап йәшәйәсәкмен. Бөгөндән мин етем, - тип яҙҙы Әнүәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың апрелендә коронавирус инфекцияһы ныҡлап таралған ваҡытта Әнүәр әсәһен юғалтты. 80 йәшлек инәй ғинуарҙан Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ятты, шунда ковид йоҡтороп, яҡты донъянан китеп барҙы.
Йырсының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.