Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 12:45

Тиҙҙән халыҡты ҡыуандырасаҡ

Пациенттарҙы ҡабул итеү һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Тиҙҙән халыҡты ҡыуандырасаҡ
Ауыл халҡы тәүге ярҙам һорап иң тәүҙә, әлбиттә, урындағы табиптарға бара. Был йәһәттән Бәләбәй районының Яңы Семенкин ауылы халҡының шатлығы ҙур - бында капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Тиҙҙән ялтлап торған медицина учреждениеһы халыҡты ҡабул итә башлаясаҡ.
Медицина пункты 194 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Пациенттарҙы ҡабул итеү һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә шарттар булдырылған, прививка һәм процедура кабинеттары, өлкәндәрҙе ҡабул итеү, дарыуҙарҙы һаҡлау бүлмәләре бар. Медицина учреждениеһында тәүге медик-санитария ярҙамы, шул иҫәптән, кисектергеһеҙ акушер-гинекология ярҙамы, күрһәтеләсәк, медицина анализдары биреү мөмкинлеге бар.
Был учреждение ”Һаулыҡ һаҡлау “ милли проекты программаһына ярашлы төҙөлдө.
Читайте нас: