Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 23:05

Үҙе үлгәндән һуң Юлия Началованың улы тыуған

Баланың йөрәге тибә башлағанда уның әсәһе иҫән булмай.

Баланы суррогат әсә тыуҙырған, уға Началованың күкәй күҙәнәктәрен күсереп ултыртҡандар. Super.ru баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, суррогат әсә йырсының улын тапҡан. Малайҙы Юлияның һуңғы һөйөклөһө Вячеслав Кудря тәрбиәләй.
Билдәле булыуынса, Началова икенсе бала табырға теләгән, сәләмәтлеге яҡшынан булыу сәбәпле, был хыялы тормошҡа ашмаған. Ул ЭКО хеҙмәтенән файҙаланырға теләгән, әммә процедураға мөрәжәғәт итергә өлгөрмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, уның йомортҡа күҙәнәктәре һаҡланған. Суррогат әсә шуларҙан файҙаланған. Бала тыуыуҙы ысын фән моғжизәһе тип һанарға була, сөнки уның йөрәге тибә башлағанда әсәһе иҫән булмай инде.
Әйткәндәй, Юлия 2019 йылдың ғинуарында 38 йәшендә вафат булғайны.
Читайте нас: