Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 16:10

Туғыҙынсы ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған

Табиптар ҙа, бөркәнсек эсендә тыуғандыр ул, тиҙәр...

Ырымбур өлкәһендә фатирҙа яңғыҙы ҡалған беренсе класс уҡыусыһы, ни сәбәптәндер, туғыҙынсы ҡаттың асыҡ тәҙрәһенән осоп төшә. Иҫһеҙ ерҙә ятҡан баланы күршеләре күреп ҡалып, “Тиҙ ярҙам” саҡыралар.
Төрлө йән йәрәхәттәре алһа ла, ул иҫән ҡала. Бары тик бер нисә операция кәрәк һәм дауалау курстары үткәндә, ҡәҙимге тормошҡа ҡайта аласаҡ. Бөркәнсек эсендә тыуғандыр ул, тиҙәр табиптар...
Читайте нас: