Дүртөйлө үҙәк дауаханаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы компьютер томографы эшләй башлған. 50 миллион һумлыҡ томограф дауаханаға 2020 йылдың көҙөндә килтерелгән булған. Был ҡоролма бик күп сирҙәрҙе шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһын ваҡытында билдәләп, дөрөҫ дауаларға мөмкинлек бирәсәк.