Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 23:09

Көнләшкән өсөн...

Ир үҙенең ғәйебен таный.

Тәтешле районындағы 36 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул кеше үлтереүҙә ғәйепләнә. Ул үҙенең ғәйебен таный, тип хәбәр итте Башҡортостандың тәфтиш комитеты.
18- нән 19 ғинуарға ҡарай төндә, бергә байрам иткән ваҡытта, ҡатыны менән ир көнсөллөк арҡаһында үҙ-ара ирешә башлай. Шунан ире ҡатынын туҡмай башлай, типкеслёй, һуңынан балтаға, сүкешкә тотона. Һөҙөмтәлә ҡатын йән бирә. Иртәнсәк ир әсәһенең өйәнә килә, әсәһе улының ҡанлы өҫтөн күреп, полицияға хәбәр итә... Ирҙе ҡулға алғандар.
Фaжиғәнең башы әлеге лә баяғы эскегә барып тоташа. Их, ниңә генә ошо шайтан һыуына үреләбеҙ икән?!
Читайте нас: