Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 22:20

Контактһыҙ массаж да эшләй, ашнаҡсы ла була

Ете поэтик китап авторы, драматургия һәм прозала ла уңышлы эшләгән шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина тормошонан ун ваҡиға. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

  1. Тәнзилә Дәүләтбирҙина бәләкәй сағында телевидениела диктор, унан балерина булырға хыяллана. Аҙаҡ гимнастика менән мауығып китә. 38 йәшендә каратэ менән шөғөлләнә башлай. 43 йәшенән алып бөгөнгәсә йөҙөү, йүгереү, саңғыла йөрөү менән мәшғүл.
  2. Бала сағынан хайуандар ярата. Әсәһе урмандан аҙашҡан кәзә бәрәсен алып ҡайтҡас, цирктағы кеүек итеп өйрәтеп ала. Улар оҙаҡ йылдар айырылмаҫ дуҫ була. Шағирә аттарға ла ғашиҡ. Ауылда осраған бер атты менеп киткәне өсөн атаһынан йыш ҡына әрләнә. Әммә был ғәҙәт әле лә дауам итә. Мөмкинлек булыу менән әҙибә эйәргә менеп, атта рәхәтләнеп елеп ала.
  3. Шағирә бесәйҙәрҙе лә ныҡ ярата. Үткән йыл күрше-тирә балаларҙы йыйып, Багира исемле һөйөклө бесәйенең ун йәшен үткәрҙе. Юбилярға ҡунаҡтар тәмле сосискилар, мәмәйҙәр килтерҙе.
  4. 7 класта уҡыған сағында мәктәптә радио урынлаштыралар. Тәнзилә лә уҡыусылар менән бергә оҙон тәнәфестәрҙә сират тороп шиғырҙарын уҡый, йырлап та ебәрә. Бер мәл класташ малайҙар уны класта мыҫҡыллы көлөп ҡаршы ала. Шул саҡ ҡыҙыҡай ышаныслы тауыш менән уларға: “Һеҙ минән көлмәгеҙ әле! Киләсәктә минең тауышым радионан, телевидениенан яңғырап торасаҡ!” – ти. Шундай күрәҙәселегенә шағирә һаман да аптырай.
  5. 10 класта уҡығанда уҡытыусыһы Марат Муллағолов бер төркөм уҡыусыларҙы Октябрскигә йәш туристар слетына алып китә. Юл ыңғайы Өфөлә туҡтайҙар. Шағир Ҡәҙим Аралбаев Тәнзиләнең шиғырҙарын уҡып ҡарағас: “Уға шағирә булырға кәрәк. Иртәгә Республика йәш яҙыусылар фестивале була. Шунда ҡатнашыр”, - тип алып ҡала. Был ваҡиға ҡыҙ өсөн хәл иткес роль уйнай.
  6. Туҡһанынсы йылдарҙа экстрасенс Джунаның дауалау методикаһы менән ҡыҙыҡһына. Контактһыҙ массаж эшләүҙе өйрәнә. Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында уҡытыусы булып эшләгән мәлендә бер нисә кешене дауалап ҡарай. Икенсе ауылдарҙан да кешеләр килә башлағас, өй ашалаш йәшәгән Зәйнәп әбей ауыл советына “Тәнзилә Сәлих ҡыҙы өйөндә кешегә кәрт һала” тип ялыу яҙып бирә. Шул ваҡыттан алып шағирә ныҡ яҡын кешеләренә генә ярҙам итә.
  7. БДУ-ның 1 курсына уҡырға ингәс, бейеү һәм драма түңәрәктәренә, “Шоңҡар” әҙәби берекмәһенә, вокаль студияға йөрөй. Йөрөмәһәгеҙ, стипендия бирмәйбеҙ, тип көсләп хор түңәрәгенә лә яҙып ҡуялар. Бөтә өлкәлә лә уңышлы шөғөлләнһә лә, уҡыуға хилафлыҡ булмаһын, тип Тәнзиләгә ҡайһы бер түңәрәктәрҙән баш тартырға тура килә. Ул әле лә бейергә ярата, башҡорт халыҡ йырҙарын күп белә.
  8. Тәнзилә Дәүләтбирҙина бынан ун бер йыл элек төшөндә өйгә инергә маташҡан айыуҙы күрә. Әхирәтенә һөйләгәс, ул:” Айыу – урман хужаһы инде”, - ти. Күп тә үтмәй шағирәне БР Урман хужалығы министрлығына редактор итеп эшкә саҡыралар. Ун йыл унда әйҙәүсе кәңәшсе булып эшләгәндән һуң, ул ижади эшкә күсә.
  9. Шағирә 24 йәшендә “Ҡыҙ хәтере”, 27-лә “Хата”, 29-ҙа “Тирмә” поэмаларын яҙа. Уның “Янғын”, “Аманат” исемде поэмалары ла бар. Ете поэтик китап авторы драматургия һәм прозала ла уңышлы эшләй.
  10. Яңыраҡ ҡына шағирә Арктикала ижади командировкала булып ҡайтты. Себерҙә эшләгән ватандаштарыбыҙҙың хәл торошо, ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҡмышы ҡыҙыҡһындырҙы уны. Геройҙарының эске донъяһын ныҡлы өйрәнер өсөн уға өс ай буйына төндә ун икешәр-ун өсәр сәғәт ашханала эшләргә тура килә.
  11. Читайте нас в