Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 21:40

Имтихандар ҡасан буласаҡ?

Быйыл ниндәй үҙгәрештәр бар?

11 класс уҡыусыларының йомғаҡлау иншаһы апрелдең икенсе декадаһында уҙасаҡ. Унан башҡа һынауҙарға керетмәйәсәктәр. БДИ-ны һәм 9 класс имтихандарын алдан тапшырыу этабы булмаясаҡ. БДИ 31 майҙан 2 июлгә тиклем уҙасаҡ. Уны вуздарға уҡырға керергә теләүселәр генә тапшыра. Өҫтәмә этап 12 – 17 июлгә билдәләнгән. Урта һөнәри уҡыу йортона инергә йыйыныусылар 24 – 28 майҙа рус теле һәм математиканан дәүләт һынауын тапшыра. Был мәктәптә үткәрелә торған контроль эш формаһы. Математиканан имтиханды икегә бүлгәндәр ине. Быйыл база өлөшө үткәрелмәйәсәк.
9 класс уҡыусылары рус теле һәм математиканан имтихан бирәсәк. Бынан тыш, үҙҙәре һайлаған бер фәндән өҫтәмә контроль эш буласаҡ. Рус теленән әңгәмәне онлайнда уҙғарырға мөмкин. Ул 10 февраль, 10 март, 17 майҙа тип планлаштырылған. «Уҡыуҙағы уңыштар өсөн» миҙалы һәм “бишле”гә уҡыусыларға аттестат БДИ һөҙөмтәләренә ярашлы рәүештә биреләсәк.
Тарихтан БДИ булмай. өҫтәмә баһалау процедуралары көтөлмәй.
Читайте нас: