Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 17:49

Кер йыуыу машинаһы башына еткән

Душта ҡойонам тип.

Ҡырғыҙстандан килгән ир ҡатыны менән Мәскәү өлкәһенең Мытищи ҡалаһында бер фатирҙы ҡуртымға ала. Киске һигеҙҙә 33 йәшлек ир душҡа ҡойонорға керә, ун минутта үтмәй уның ҡысҡырғаны ишетелә. Баҡтиһәң, ул шунда эшләп торған машинаға тотона.
Иҫке кер йыуғыс ваннаға ныҡ яҡын торған, ә электр сымы электән ватыҡ булған. Шуға ла хужабикә йыуынғанда машинаны һүндерергә ҡуша. Әммә был кәңәште ир иҫәпкә алмай һәм эшләп торған машинға таянып, токка һуғыла. Белгестәр боҙоҡ көнкүреш әйберәҙн ҡулланмаҫҡа, үҙ ваҡытында йүнәтеү хәстәрен күрергә кәңәш итә.
Читайте нас: