Байкал аръяғы крайында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов өҫтөнән суд дауам итә. Зыян күреүселәр егеттән 28 миллион һум аҡса талап итә. “Был нигеҙһеҙ, – ти был хаҡта Рәмилдең адвокаты Руслан Нәғиев. – Үлгән һалдаттарҙың туғандары Оборона министрлығынан компенсация алған.
Адвокат министрлыҡ уларға 5 – 6 миллион һум аҡса биреүен белдерә. Судта уларҙан компенсация күләмен һорағас, яуап бирмәгәндәр. Судья иһә аҡсаның был эштә ҡатнашлығы юҡ тип бара. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?