Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 23:12

Башҡортостанда ял көндәрендә ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр, буран, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе иҫкәртә

23, 24 ғинуарҙа республикала төндә ҡар яуасаҡ, томан төшәсәк.Ҡайһы бер райондарҙа буран буласаҡ. Көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан уртаса тиҙлектә ел иҫәсәк. Төндә -14..-19, аяҙайғанда -22..-27, көндөҙ -7..-12, көньяҡ-көнбайыш райондарында -1..-6 градус һалҡын буласаҡ. Юлдарҙа боҙлауыҡ күҙаллана.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе иҫкәртә:

Автомобилдең ҡышҡы тәгәрмәстәрен ваҡытында алмаштырығыҙ;

Юлға сығыр алдынан быяла таҙарта торған ҡулайламаны ҡарҙан таҙартырға иренмәгеҙ. Хәрәкәт иткәндә ҡар йәбешһә, туҡтап, тәҙрәне һәм көҙгөнө таҙартып алығыҙ;

Хәрәкәттең тиҙлеге юлдағы хәл-торошҡа ҡарап билдәләнергә тейеш;

Алда колея күрһәгеҙ, уны машинаның тәгәрмәстәре араһында ҡалырлыҡ итеп үтергә тырышығыҙ. Колеянан барғанда рулде тура тотоғоҙ, тиҙлекте кәметегеҙ;

Ҡырҡа хәрәкәт яһамағыҙ. Ныҡ итеп газға, тормозға баҫырға йәки рулде борғоларға ярамай.

Беҙ һеҙгә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа һәм өйҙә ҡалырға кәңәш итәбеҙ!
Читайте нас: