Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 23:49

Табып алған картаны тотонорға яраймы?

Уны 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.


Бөгөлмә полицияһы 58 йәшлек ҡатынды ҡулға алған. Ул урамда банк картаһы табып, магазинға барып ҡулланнған. Әле уға ҡарата «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уны 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Хоҡуҡ һаҡсыларына банк картаһы юғалыуы тураһында 39 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул картаһы юғалыуын аҡса алынған тип смс килгәндән һуң ғына белеп ҡалған. 2500 һум аҡсаһын тотоноп өлгөргән. Картаны тапҡан пенсионер ҡатын ҡулға алынғансы уның менән бер нисә тапҡыр иҫәпләшеп өлгөргән булған.
Читайте нас: