Шишмә май һығыу заводы рапс орлоғо эшкәртә башланы. Был юлы ойошма барлыҡ һығылған майҙы Ҡытайға оҙатырға әҙерләнә. Әйткәндәй, бынан алдағы йылдарҙа Прибалтика заводтарына артабан биодизель яғыулығы етештереү өсөн һатылды.
Хәҙер Ҡытайға май флекситанкила оҙатыласаҡ. Был шыйыҡ продукттарҙы илтеү өсөн диңгеҙ контейнерына ҡуйылған махсус ҡоролма. Бөтәһе 2,6 мең тонн рапс майы һатыу күҙаллана. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халы-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.