Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 18:25

Зөһрә Бураҡаева - яңы вазифала

Берекмә етәксеһе вазифаһына ике кандидатура дәғүә итте.

Драматург һәм сценарист Зөһрә Бураҡаева бөгөн Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзына етәкселек итә башланы. Ул күпселек тауыш менән рәйес итеп һайланды.
Ҡарар Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзының офлайн һәм онлайн уҙғарылған отчет-һайлау йыйылышында ҡабул ителде. Берекмә етәксеһе вазифаһына ике кандидатура – режиссер Айнур Асҡаров һәм Зөһрә Бураҡаева дәғүә итте.
Хәҙерге көндә Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзында 33 кеше ағза булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ижади берекмәне республикала билдәле кино эшмәкәре Фәрит Ғәбитов етәкләне. Ул 2020 йылдың ноябрендә донъя ҡуйҙы.
Башинформ.
Читайте нас в