Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2021, 14:55

Бер рәхәттең мең ҡыйыны

Һалам ниңә яндырыла?

Шәм яҡтыртып, ҡыштарынан мәке уйып һыу ташып, ут яғып донъя көтөүҙе хәҙер төпкөл ауылдарҙа ла онотоп бөткәндәрҙер. Әммә йәшәү шарттары яҡшырған һайын, планетабыҙҙа экология темаһына ҡағылышлы проблемалар артҡандан арта бара. Һауа температураһы йыл һайын бер нисә градусҡа йылына, эсәр һыу әҙәйә, төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Бер рәхәттең мең ҡыйыны тигәндәре, күрәһең, ошо була инде.
Белгестәр фекеренсә, барыһы ла ошо йүнәлештә барһа, киләһе илле йылда нефть, газ сығанаҡтары тотонолоп бөтәсәк. Ә бит Европала 1970 йылдар башында уҡ был турала саң ҡағыла башлай. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса төрлө проекттар барлыҡҡа килә. Тимәк, ярты быуат үтһә лә, проблеманан сығыу юлы юҡ. Киреһенсә, ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек үҫә генә...
Һалам ниңә яндырыла?
Бөгөн Рәсәйҙә иң ҙур һорау йылытыуға ҡайтып ҡала. Ашыҡ-бошоҡ, минән киткәнсе – эйәһенә еткәнсе, тип эшләнгән йорт-биналарҙы ҡышҡы селләләрҙә ялан өҫ былай ҙа йөрөү мөмкин дә түгел тиерлек. Шунлыҡтан 40 процент самаһы энергоресурс тап ошо йүнәлештә тотонола ла инде. Был иһә Европа менән сағыштырғанда бер нисә тапҡырға күберәк сарыф ителә тигәнде аңлата. Ә ай һайын ябай халыҡтың кеҫәһенә күпме һуға?! Тейешенсе кимәлдә ремонт ваҡытында эшләнмәһә лә, түләүгә хаҡтар һуңламайынса ғына ла килеп тора.
Ә бит башҡа илдәрҙә хәл бөтөнләй икенсе... Миҫалға АҠШ-ты ғына алып ҡарайыҡ. Америка граждандарының йорттарынан ел өрөп, йылытыу тейешенсә кимәлдә булмаһа, улар дәүләттән өҫтәлмә ярҙам ала ала. Әлеге көндә был уңайлыҡтар менән 5 миллион ғаилә йәшәй. Бушлай стеналар төҙөкләндерелә, климат-контроль ҡуйыла. Бынан тыш, тәҙрә, ишектәрен алмаштырыр өсөн 10 процент тирәһе ташлама ҡаралған. Был кәмендә һәр береһенең 1500 доллар кеҫәһендә ҡала тигәнде аңлата.
Германия менән Японияла йылытыу өсөн ҡояш батареяларына иғтибар бирелә. Кореяла бик өшөп китһәләр фатир эсендә палатка ҡороп “йәшәп” алалар.
Һуңғы йылдарҙа альтернатив йылытыу тигән нәмә лә килеп сыҡты. Был иһә төрлө көнкүреш ҡалдыҡтарын тотоноуға ҡайтып ҡала. Бында ағас ҡайырыһы, әпилкә, һалам инә. Әлеге көндә АҠШ-та 60-ҡа яҡын компания 680 мең тонна тотона. Ҡытай быйылдан алып һәр йыл 50 миллион тонна етештерергә ынтыла. Европа баҙарында күптән 20 процентҡа еткән. Рәсәйҙә генә хәлдәр башҡаса. Һалам ғына йылына 80 – 100 миллион тонна әҙерләнһә лә, уны йә баҫыуҙа уҡ яндырып ҡотолоу сараһын күрәләр, йә малға ашаталар.
Читайте нас: