Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2021, 13:28

Телде йоторлоҡ ҡоймаҡ рецепттары

Ыуыҙ һөтөнән әҙерләргә мөмкин булған ризыҡтар байтаҡ. Иң билдәлеһе, моғайын да, ҡоймаҡтыр.

Әсе ҡоймаҡ

Мин ҡоймаҡты әсетеп бешерергә яратам. Әлбиттә, байтаҡ ҡына ваҡытты ала, уның ҡарауы, шул тиклем тәмле килеп сыға, телде йоторлоҡ!

Бер стакан манный ярмаһына ярты литр ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, ике-өс аш ҡалағы он, бер сәй ҡалағы ҡоро әсетке өҫтәп, ҡаймаҡ ҡуйылығында масса яһарға һәм, өҫтөн ябып, сәғәт ярым-ике сәғәткә йылы урынға ҡуйырға.


Күтәрелгәс, ҡайнап сыҡҡан ярты литр эҫе һөт һалып бутайһың. Артабан бер сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, ярты сәй ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы үҫемлек майы, бер-ике йомортҡа (һыуытҡыстан алдан алып ҡуйығыҙ), самалап он өҫтәргә. Майлы табала бешерергә.

Ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ һәм эремсек

Ыуыҙ һөтөнән әҙерләргә мөмкин булған ризыҡтар байтаҡ. Иң билдәлеһе, моғайын да, ҡоймаҡтыр.

Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт ҡушырға мөмкин. Бөтәһен бергә һалып туғыйбыҙ ҙа ғәҙәттәгесә ҡоймаҡ ҡоябыҙ.

Эремсек өсөн өс литр ыуыҙ һөтөнә бер литр ҡатыҡ кәрәк. Ыуыҙҙы ҡайнатабыҙ ҙа ҡатыҡ ҡушабыҙ. Һүрән утта тотабыҙ. Эреп сығыу менән утын һүндерәбеҙ, һарҡытабыҙ.

Селтәрле ҡоймаҡ

Был ҡоймаҡ шундай тәмле, тишекле генә булып бешә.

Бер йомортҡаны ярты сәй ҡалағы тоҙ, ике сәй ҡалағы шәкәр менән туғырға (миксер менән эшләйем). Артабан ярты литр кефир ҡойоп болғатырға. Аҙаҡ бер стакан ҡайнар һыуға ярты сәй ҡалағы сода һалып, кефир өҫтөнә ҡойорға. Шунан самалап он, көнбағыш майы һалып туғырға.

Әгәр ғаиләгеҙ ҙур икән, ризыҡтарҙы ике тапҡыр күберәк алып әҙерләргә мөмкин.
Читайте нас в