Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2021, 20:53

Уны үткәреүгә тейешле ғариза талаптарҙы боҙоп яҙылған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Йәмәғәт ойошмаһы палатаһы ағзалары менән осрашыуҙа һуңғы ваҡиғаларға ҡарата фекерен белдерҙе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Йәмәғәт ойошмаһы палатаһы ағзалары менән осрашыуҙа һуңғы ваҡиғаларға ҡарата фекерен белдерҙе.
Ул балаларҙы өлкәндәр шөғөлләнә торған сәйәси эшкә йәлеп итеүҙе туҡтатырға ярҙам итергә саҡырҙы, шулай уҡ, балаларҙы сәйәси уйындарға йәлеп итеү - әҙәпһеҙлек, тип билдәләп үтте.
«Ҡарағыҙ, Tiktokта был митингка килергә шундай агитация бара. Социаль селтәрҙә 12-13 йәшлек малайҙар, ҡыҙҙар ултыра. Миңә ҡалһа, балаларҙы сәйәси ваҡиғаларға күсереү - енәйәт, сөнки был - өлкәндәр эше. Һеҙ күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, һеҙҙең балаларығыҙ шунда барасаҡ, ә унан һуң ҡайһы бер кешеләр аҡса алырға килә, бер өлөшө низағтар килтереп сығарырға мөмкин... Хәйер, бер өлөшө, һис шикһеҙ, ысын күңелдән килә. Һәм бына был төркөмгә балалар эләгә! Был - мине бик ныҡ борсой торған беренсе мәсьәлә.
Бөгөн махсус рәүештә Мәғариф министрлығы менән атай-әсәйләргә мәктәп аша, уҡытыусылар аша унда балалар йөрөмәһен өсөн ата-әсәйләргә аңлатыу тураһында һөйләштек. Өҫтәүенә, был митинг - законһыҙ. Уны үткәреүгә тейешле ғариза талаптарҙы боҙоп яҙылған. Улар митингты үткәрергә рөхсәт булмауын белеп торҙолар", - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы, әгәр ҙә кешеләрҙе бер нәмә ҡәнәғәтләндермәй икән, урамға сыҡмаҫҡа, проблеманы уртаға һалып һөйләшергә кәрәк, тип асыҡланы.
Читайте нас: