Хәҙерге заманды интернетһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмайҙыр. Әммә унда һалынғандарҙың барыһын да дөрөҫ тип уйларға һәм тормошта ҡулланырға кәрәкмәйҙер... Мәскәүҙә йәшәүсе IV класс уҡыусыһы аҫылынып үлә.
38 йәшлек әсәһе оло ҡыҙы менән кинйә балаһын балалар баҡсаһынан барып алалар. Унан ун биш минуттан әйләнәләр. Ошо арауыҡ эсендә малай аҫылынып өлгөрә. Иҫен юғалтҡан уҡыусыға “Тиҙ ярҙам” саҡыралар. Ҡотҡарып ҡына өлгөрмәйҙәр.
Алдан ул апаһына интернетта шәп видеояҙма күреүен һәм шуны ҡабатлап ҡарарға теләүен әйткән була. Тик ундағы герой элмәктән ҡотола алһа ла, малайға бәхет йылмаймай шул...