Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2021, 23:45

Эскелекме, әллә көнсөллөк бәләһеме?

Һуңғы ваҡытта ир менән ҡатындың бер-береһенә бысаҡ күтәреүҙәре йышайҙы.

Сибай ҡалаһындағы дауаханаға сәнселгән 59 йәшлек ирҙе килтерәләр.
Төшөрөп алған ир кисен өйөнә ҡайта. Өйҙәш ҡатыны ла был ваҡытта ҡыҙмаса була. Иҫерек ир менән ҡатын араһында бер мәл ғауға сыға. Бер-береһенең ҡайҙа, кем менән йөрөүҙәрен, эсеүҙәрен тикшерә башлайҙар. Әллә эсеүҙән, әллә көнләшеүҙән үҙ-үҙен белмәҫ хәлгә еткән ҡатын иргә бысаҡ менән сәнсә.
Береһе – дауаханаға оҙатыла, икенсеһе – ҡулға алына.
Читайте нас: