Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 16:25

Һөйгәнен бер күрәм тип...

Кеше әйберенә айыу майы һөрткән.

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе 34 йәшлек ир ял көндәрендә үҙенең ВАЗ-2112 автомобилен таба алмайынса күҙе тона. Үҙ аллы эҙләп ҡарауҙың һөҙөмтәһе булмағас, полицияға мөрәжәғәт итә.
Машина Хәйбулла районының Беренсе Мырҙа ауылында табыла. Баҡһаң, тимер атҡа айыу майы һөрткән 17 йәшлек егет, хужа менән бергә кисен генә кәйеф-сафа ҡорған булған. Төшөрөп алған егеттең иҫенә һөйгәне төшә лә, кеше машинаһына һорап та тормай ултырып сыға ла китә.
16 йәшлек һөйгән ҡыҙы менән, урланған кеше әйберендә, бер көн йөрөп өлгөрә.
Читайте нас: