28 ғинуарҙа Өфөлә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙар өсөн бушлай онлайн-семинар үтәсәк. Семинарҙа тәжрибәле эшҡыуарҙар ҙа, был өлкәлә яңы эш башлусылар ҙа төрлө һорауҙарға яуап табасаҡ, онлайн-семинарҙа үҙмәшғүллек предприятиелары, кесе һәм урта бизнес предприятителарның эре корпорациялар һатып алыуҙарында ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡтар.