Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 13:25

Ирекмәндәргә үҙҙәре лә ҡушылған булһа...

Кеше ғүмере һаҡланып ҡалыр ине.

Тула өлкәһендә йәшәүсе 70 йәшлек Александр Сапожников ауылдарынан ситтәрәк урынлашҡан шишмәгә һыуға китә. Уның еңер төшкәс тә ҡайтмағанлығын белеп ҡалған күршеһе полицияға шылтырата. Тегеләре иһә иртәнгә тиклем көтөргә ҡуша.
Ҡараңғыла йүнләп күрмәгән оло кешенең өйөнә юлды табырына өмөтөн өҙгән күршеһе ҡыҙыу бәйләнеш аша "ЛизаАлерт” отрядына шылтырата. Егерме минуттан тирә-яҡты яҡшы белгән ирекмәндәр төркөмө килеп тә етә һәм оло кешене эҙләү эшен дә башлайҙар. Тик тәртип һаҡсылары был “башбаштаҡлыҡҡа” юл ҡуймайҙар. Ирекмәндәрҙе бүлексәләренә саҡыртып алалар ҙа, өс сәғәтәттән артыҡ “тәрбиә” тураһында һөйләшеү уҙғаралар.
Юғалған кешене эҙләү төнгө дүрттәрҙә саҡ башлана. Таңғы биш тула тигәндә, һыуынып та бөтмәгән йәнһеҙ кәүҙәне табалар. “Әгәр ҙә, үҙ ваҡытында, бер тотҡарлыҡһыҙ, эҙләү эштәрен башлаһаҡ, кеше ғүмере һҡланып ҡалыр ине”, - тип әсенә ирекмәндәр.
Читайте нас: