Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 12:40

Утыҙ йылдан һуң өмөтө аҡланырмы?

Һуңғы ваҡытта мәрхүмдәрҙең мейеһен туңдырыу “мода”ға инде...

Новосибирскта йәшәүсе 33 йәшлек эшҡыуар Алексей Хозяйкин атаһы үлгәс уның мейеһен туңдырта. Мәскәүҙә махсус урында һаҡланасаҡ тән ағзаһына 700 мең һум сарыф итә. Егеттең фекеренсә, киләһе утыҙ йылда фән алға китәсәк һәм... атаһының мейеһе аша уны ҡабаттан “терелтеп” буласаҡ имеш.
Рәсәйҙә был “мода” 18 йыллап йәшәй. Әммә ошо арауыҡ эсендә туңдырылған әҙәм мейеләренең йоҡоларынан “уяныуы” хаҡында бер ваҡиға ла теркәлмәгән. Был алым бер ҡатлыларҙан аҡса һауыумы, әллә, ысынлап та, тормошҡа ашырҙай нәмәме? Ваҡыт күрһәтер. Шулай ҙа был донъяға беребеҙ ҙә мәңгелеккә килмәүебеҙҙе төшөнөргә һәм ҡабул итергә кәрәктер ул.
Читайте нас: