Яҡшы ҡатын менән насар ир ҙә яҡшы йәшәй. Өйҙә ауыҙ асырға ҡурҡҡан ир эштә тел сарлай. Кәмселектәреңде белгең килһә, ҡатыныңды асыуландыр. “Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа”, - тип әйтәләр әйтеүен, әммә ир-аттың сәсе ҡыҫҡа булыуы ғына уның аҡылы оҙон икәнен аңлатмай әле. Ҡатын – ирҙең көҙгөһө. Ире һәйбәт булһа, ҡатыны матур күренә.