Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 23:01

Башҡортостанда полицейскийҙар кешеләрҙе янғындан ҡотҡарған

Геройҙар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған өсөн бүләкләнәсәк!

Салауатта күп фатирлы йортҡа йәмәғәт тәртибен боҙоу тураһында "саҡырыуға килгән полицияның өлкән лейтенанты Руслан Сәйфуллин һәм полицияның өлкән сержанты Альберт Вәхитов бер фатирҙың ишеге аҫтынан төтөн сығыуын күреп ҡалған. Кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн тәртип һаҡсылары ишекте емереп ингән.

Фатирҙы әсе төтөн солғап алған, ундағы кешеләрҙе сығарыу өсөн участковыйға иҙән буйлап шыуышырға тура килгән. Ҡысҡырған тауыштар буйынса төпкө бүлмәлә ике ҡатынды тапҡан, береһен ишек янына алып килгән һәм коллегаһына тапшырған. Иҫтән яҙған икенсе ҡатынды полиция хеҙмәткәре фатирҙан күтәреп алып сыҡҡан.

Шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре күрше фатирҙан биш кешене, шул иҫәптән ашығыс ярҙам фельдшерын эвакуациялаған.

Геройҙар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған өсөн бүләкләнәсәк
Читайте нас: