Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 17:35

Халыҡ һайлаған һәйкәл макеты иғлан ителде

Макеттың авторҙары - скульптор Салауат Щербаков һәм архитектор Константин Донгузов.

Бөгөн үҙ мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлдең макеты менән дә таныштырҙы.
Макеттың авторҙары - скульптор Салауат Щербаков һәм архитектор Константин Донгузов. Уларҙың проектында генерал Шайморатов ҡына түгел, легендар 112-се һанлы башҡорт кавалерия дивизияһы ла һынландырылған.
“Бөгөн Совет майҙанын реконструкциялау эштәре бара. Тиҙҙән ошо шәп һәйкәл уны күркәмләп торасаҡ. Проект макетын халыҡ үҙе һайланы. Конкурс яҡшы үтте, унда бик күп эштәр тәҡдим ителде. Һәр авторҙы тырышлығы өсөн бүләкләйәсәкбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, "Шоңҡар" журналы хеҙмәткәрҙәре лә тап ошо һөйкәл макеты өсөн тауыш биргәйне.
Читайте нас: