Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 01:25

Телевизор эйәһен тапты

Район үҙәк китапханаһындағы осрашыу йәнле барҙы.

"Яҙыл да бүләк от" акцияһында ҡатнашыусылар араһындағы уйында еңеүселәр хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Төп бүләк – телевизор Хәйбулланан Лилиә Әбделмәнова өлөшөнә төштө. Сираттағы сәфәрҙә ошо бүләкте эйәһенә тапшырыу, журналыбыҙ уҡыусылары менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү маҡсатынан Хәйбуллаға юлландыҡ.
Район үҙәк китапханаһындағы осрашыу йәнле барҙы. Сараға китапханасылар, уҡытыусылар, Аҡъярҙағы 1-се мәктәп уҡыусылары, И.Тасимов исемендәге Тау колледжы студенттары, бихисап әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылғайны. Журналдың баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов, өлкән мөхәририре Гөлнур Ҡыуатова үҙҙәренең ижад күстәнәсе менән һыйланы, әҙәбиәт һөйөүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Хәйбулла үҙәк район китапханалар селтәре директоры Аксана Сынбулатова ошондай фәһемле осрашыуҙар киләсәктә лә дауам итеүен, яҙыусыларға уңыштар теләне.
Әйткәндәй, Хәйбуллала журналыбыҙҙың ихлас дуҫтары йәшәй. Быйыл да улар “Шоңҡар”ға әүҙем яҙылды. Рәхмәт һеҙгә!
Читайте нас: