Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 16:30

"Урал аръяғы райондары сәскә атасаҡ!"

"Ихлас әйтәм, дуҫтар. Беҙ һәр саҡ һеҙгә ярҙам теп торорбоҙ!"

Радий Хәбиров үҙ мөрәжәғәтнамәһендә Урал аръяғы үҫеше стратегияһы хаҡында һөйләне
Ул март айында ҡоро төҙөлөш ҡушылмаһы һәм аҡ цемент етештереүсе “Цемикс” заводы асыласаҡ һәм был Рәсәй кимәлендәге сәнәғәт үҫеше нөктәһенә әүереләсәк, тине.
Урал аръяғын үҫтереү стратегияһына төбәктең транспорт һәм энергетик системаһын нығытыу тураһында пункт та индерелгән. Бынан тыш Ҡаҙағстан сигенә саҡлы йөк ташыуҙы еңеләйтеүсе “Сибай-Сара” тимер юлын төҙөү планлаштырылған. Радий Хәбиров Сибайҙа 500 Кв-ға иҫәпләнгән электроподстанция һәм 25 социаль объект булдырылыуын хәбәр итте. “Ихлас әйтәм, дуҫтар. Беҙ һәр саҡ һеҙгә ярҙам теп торорбоҙ. Урал аръяғы райондары сәскә атасаҡ!”- тине ул.
Читайте нас: