Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 14:05

Актер коронавирустан донъя ҡуйҙы

Әйткәндәй, был драма илдең йөҙҙән ашыу театрында, Болгария, Чехословакия, Румыния, АҠШ һәм башҡа илдәрҙә ҡуйылды.

Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” драмаһы 1970 йылдарҙа авторға Союз һәм донъя кимәлендә танылыу килтерҙе. Был пьеса Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйыла. Унда төп ролде башҡарған СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой бөгөн коронавирустан яҡты донъянан китте. Уға 88 йәш ине.
Әйткәндәй, был драма илдең йөҙҙән ашыу театрында, Болгария, Чехословакия, Румыния, АҠШ һәм башҡа илдәрҙә ҡуйылды.
Василий Лановой Б. Щукин исемендәге театр училищеһын тамамлағандан һуң, 1957 йылдан алып Е. Вахтангов исемендәге театрҙа эшләй башлай. Ул “Алһыу парустар”, “Йәшенгә барам”, “Офицерҙар”, “Анна Каренина”, “Турбиндар көнө”, “Һуғыш һәм солох” һәм башҡа бик күп данлыҡлы совет фильмдарында төшкән. Уның ҡатнашлығында бөтәһе 70-тән ашыу кинокартина бар.
Читайте нас: