Белгестәр ошо ваҡыт эсендә остаздар балаларҙы квадрокоптер менән идара итергә өйрәтер, уларға аэро- һәм геоинформатика серҙәрен төшөндөрөр, тигән фекерҙә. Шулай итеп, “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы уҡыу йылы дауамында Ҡалтасы, Саҡмағош, Дыуан, Шаран, Көйөргәҙе, Архангель, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Йылайыр райондарынан 5-11 кластарҙа уҡыған 2000 баланы кавдрокоптер менән идара итергә өйрәтәсәк.