Билдәле булыуынса, Рәсәй халҡының 25 проценты йыл һайын тромбоз ауырыуҙарынан яҡты донъя менән хушлаша. Күптәре хатта аҙаҡҡа тиклем үҙенең нимәнән китеп барғанын да аңламай. Сөнки тамырҙарҙа ҡандың ҡуйылығы арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡан төйөрө бер ысҡынһа, һанаулы секундтар эсендә йөрәккә барып етә һәм... әле генә йырлап-бейеп күңел асып йөрөгәне лә, йә иһә киләсәк тормошона яҡты хыялдар менән янып йәшәгәне лә көтмәгәндә вафат булып ҡуя. Замана сирҙәре араһында иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе булып һаналған тромбоз, варикоздан һаҡланыу саралары тураһында Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының ангиохирургы, юғары категориялы табип Цыбезова Людмила Григорий ҡыҙынан бер нисә кәңәш тәҡдим итмәксебеҙ.
Боронғоларҙың “Хәрәкәттә - бәрәкәт” тиеүҙәре бөгөнгө заманда бигерәк тә актуаль яңғырай. Сөнки тап варикоз, тромбоз кеүек ауырыуҙар бер килеш оҙаҡ ултырыу сәбәпле ҡан әйләнешенең боҙолоуынан барлыҡҡа килә. Шуға ла был сирҙәр булмаһын тиһәгеҙ, көн оҙонона бер нисә тапҡыр физик күнекмәләр яһау мотлаҡ. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, үрҙә әйтелгән был замана ауырыуҙары менән 40 йәштән өлкәндәр яфалана. Әммә бөгөнгө көндә әлеге сирҙәр йәштәрҙе, хатта бәләкәс, үҫмер балаларҙы ла урап үтмәй. Шуға ла ғаиләгеҙҙә ололар араһында тромбоз йәки варикоздан яфаланыусылар бар икән, ғаилә ағзаһына нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡандың ҡуйылығын тикшерә торған анализдар биреп, табиптар менән кәңәшләшергә кәрәк. Әгәр ҙә табиптар, гемоглобинығыҙҙың юғары булыуы хаҡында маҡтап телгә ала икән, кисекмәҫтән ангиохирургтарға мөрәжәғәт итегеҙ. Сөнки һәр нәмәлә алтын уртаҡлыҡ кәрәк, ә гемоглобин менән шаярайҙар. Ҡайһы саҡ: “Ҡандың ҡуйылығын спиртлы эсемлектәр шыйығайта, шунлыҡтан миңә тромбоз барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы юҡ”, - тигәндәрен ишеткәнем бар. Был дөрөҫ түгел. Киреһенсә, алкоголь ҡабул иткәндән һуң организм кибә, һыу составы әҙәйә . Шуға ла байрамдарҙан һуң газһыҙ, таҙа һыуҙы күберәк эсергә тәҡдим итәм. 5. Варикоз, аяҡтарҙағы тромбоздар күпселек гүзәл заттарҙа була. Беренсе сәбәбе бейек үксәле аяҡ кейемдәрен кейеүҙән булһа, икенсеһе – йөклө саҡта, бала тапҡандан һуң ҡандың тиҙ ҡуйырып барыуында. Шуға ла әсәй булырға әҙерләнгән йәки йәш әсәйҙәргә ҡандың нормаһын тикшертеп тороу, һаҡлаусы, дауалаусы махсус колготки, ойоҡтар кейеү был сирҙәрҙән һаҡлар. Дөрөҫ туҡланыу ҙа был осраҡта мөһим роль уйнай. Спиртлы эсемлектәрҙән, ыҫланған, консерваланған, тоҙло-боросло, ныҡ майлы аштарҙан баш тартырға һәм йәшелсә, емеш-еләк, диңгеҙ аҙыҡтарын, балыҡ, майһыҙ ит аштарын рационға индерергә кәрәк. Ә кальцийға бай витаминдарҙы ҡулланыуҙы әҙәйтергә кәрәк булыр. Әлбиттә, ауырыуҙы берәү ҙә көтөп, һорап алмай. Шулай ҙа һәр сирҙе алдынан алғанда ғүмерҙең оҙонайыуы менән бергә йәшәүҙең мәғәнәһе лә, сифаты ла яҡшырыр.